Кескәй саҡтан баланың телмәр үҫеше ҙур роль уйнай. Бала таҙа, матур һәм аңлайышлы һөйләй икән, уның киләсәге лә тик яҡшы буласаҡ. Мәктәптә лә ул тик 5 -ле өлгәшә аласаҡ. Шуның өсөн дә балаларҙы матур һөйләшергә кескәй саҡтан өйрәтә башлау зарур. Беҙҙең «Миләш» балалар баҡсаһында ла был йүнәлештә бик күп эш алып барыла. Ғинуар айында тәрбиәселәргә ярҙамға тигән исем аҫтында « Мастер – класс» күрһәтелде. Унда балаларҙы һүрәттәргә һәм сюжетлы һүрәттәргә ҡарап тулы һөйләмдәр төҙөргә өйрәтелде. Быны еңел эш итеү өсөн яңы алымдар ҡулланылды, йәғни йыл миҙгелдәренә арналған «Лэпбук» эшләнелде. Лэпбукта был темаға ҡағылышлы йомаҡтар, һынамыштар, шиғырҙар, һүрәттәр йыйылмаһы, уйындар табырға була. Был алым тәрбиәселәргә ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. |