Быйылғы уҡыу йылы башланыу менән «Миләш» балалар баҡсаһында ең һыҙғанып эштәр башланылды. Төрлө саралар бер – береһен алмаштырып ҡына торҙо. Иң ҡыҙыу ярыш балалар өсөн «үҫтереүсе – предметлы мөхит» булдырыу.Был сара ике өлөштән торҙо. Һәм бына ярыш тамамланды, еңеүсе итеп ике номинацияла «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һәм «Яңы йылға төркөмдө биҙәү» өсөн уртансы төркөм тәрбиәсеһе Самарханова Аҡлимә Сәйфутдин ҡыҙы билдәләнде. Уның төркөмө иң сағыу, иң бай йыһазландырылған төркөм булып сыҡты. Төркөмдө биҙәү өсөн ул мили колорит, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен хәҙерге һәм үткән заман тормош – көнкүрешен сағылдырған мөйөштәр булдырған. Сюжетлы – ролле уйындар өсөн: «Малсылыҡ», «Йылҡысылыҡ», «Балыҡсылыҡ» , «Ғаилә», «Умартасылыҡ», «Тегеү цехы», "Бөҙрәхана», »Дауахана», »Элемтә бүлеге»,»Малайҙар өсөн оҫтахана», быларҙы барыһы ла «Ләйсән» төркөмөндә урынлаштырылган.
Утыҙ йыл эш дәүерендә Аҡлимә Сәйфүтдин ҡыҙы балаларға башҡорт халҡының бик күп уйындарын, ауыҙ – тел ижадын, сәнғәтен, башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәрен төптән өйрәтә. Балалар һәм ата – әсәләр тәрбиәселәрен бик яраталар, хөрмәт итәләр. Коллективта ла ул бик абруйлы тәрбиәсе, үҙенең эшен яратып, бар күңелен биреп башҡара. Йәш тәрбиәселәргә лә бик күп ярҙам итә, үҙенең белеме менән бүлешә. Беҙ уның беҙҙең коллективта эшләгәне менән ғорурланабыҙ. |